0%

Хәҙерге әҙәби телебеҙҙең “милли айырымланыуы”на бер ҡараш. Ринат Камал.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Хәҙерге әҙәби телебеҙҙең “милли айырымланыуы”на бер ҡараш. (Мәҡәлә)
автор Ринат Камал
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: "Башҡортостан" гәзите, 30 апрель, 2 май, 7 май 2013 йыл, №86,87,88. Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты


* * *


Һуңғы осорҙа матбуғатта башҡорт теленең, республикабыҙҙа дәүләт телдәренең береһе булараҡ, тормошобоҙҙа тотҡан урыны хаҡында байтаҡ ҡына яҙма донъя күрҙе. Белеүебеҙсә, дәүләт теленең үҙ вазифаһын һәр йәһәттән юғары кимәлдә башҡара алыуында әҙәби тел мөһим роль уйнай. Ошо күҙлектән филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты Зиннур Нурғәлиндең башҡорт теленең халҡыбыҙға хеҙмәт итеүен камиллаштырыуға арналған яҙмаларының да үҙ урыны бар. Әле шуға бәйле ғалим менән әңгәмә тәҡдим ителә.

– Хөрмәтле Зиннур Әхмәҙи улы, әйҙәгеҙ, тәүҙә тарихҡа күҙ һалайыҡ – бөгөнгө әҙәби телебеҙҙең дәүләт статусы нисек барлыҡҡа килде?
– Билдәле булыуынса, башҡорт теле үҙенең бөгөнгө ҡаҙаныштарына быуаттар менән үлсәнгән оҙон юл үтеп килде. Ошо юлда уға төрки телдәр донъяһына тоғро ҡалған хәлдә бүтән телдәр, айырым алғанда, ғәрәп һәм фарсы телдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тура килде. Белеүебеҙсә, башҡорттарҙың туған телдә уҡып-яҙыуға күсеүе ошо йәһәттән бары унынсы тиҫтәһен генә ҡыуа. Әлбиттә, эш бында ваҡыт үлсәүендә генә тормай. Ә иң элек уның хәҙерге донъя цивилизацияһында үҙен тиңдәр араһында тиң итеп тоя һәм таныта алыуы менән баһалана. Башҡорт теленә дәүләт статусы биреүгә өлгәшеү иһә этносыбыҙҙың милли республикаһын ойоштора алыуы арҡаһында ғына мөмкин булды. Ул көн тарихҡа 1919 йылдың 23 марты датаһы менән инеп ҡалды. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә тәүге милли автономиялы республика тыуҙы һәм федератив дәүләт ҡоролошона нигеҙ һалынды.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Нияз Сәлимовҡа Башҡорт Совет Автономияһы төҙөлөүгә 94 йыл тулыу уңайы менән биргән интервьюһында был хаҡта: “Әһәмиәте буйынса ул 450 йылдан ашыу элек Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуынан бер ҙә кәм түгел”, – тине. Ул 94 йыл элек булған ваҡиғаларҙың тарихи әһәмиәтенең ғәйәт ҙур булыуын билдәләп, “Бөгөн дә шул заманда ҡабул ителгән ҡарарҙың тормошҡа ашыуын хәстәрләргә, уны дауам итергә тейешбеҙ, Башҡортостандың республика булараҡ позицияларын йомшартырға ярамай”, – тине. Башҡортостан Президенты республиканың, Рәсәй Федерацияһы составындағы дәүләт булараҡ, үҫеш мөмкинлектәрен аныҡлап, уның мәҙәни һәм ижтимағи яҡтан ғына түгел, иҡтисади йәһәттән дә яңы үрҙәргә ынтылырға тейешлеген билдәләне.
– Тимәк, шул саҡтағы Башҡорт Автомиялы Совет Республикаһы бөгөнгө Рәсәйҙең Федератив дәүләт ҡоролошоноң тәүге нигеҙ ташы тип танылырға хаҡлы, һәм башҡорт дәүләт теленең тарихы ла үҙенең башын шул дәүерҙән ала…
– Әлбиттә, Башҡорт Совет Республикаһының тарих сәхнәһенә аяҡ баҫыуы батша Рәсәйендә донъяла яңы типтағы дәүләт ҡоролошоноң барлыҡҡа килеүен раҫлаусы ижтимағи-сәйәси күренеш булды, тип баһаларға кәрәк. Башҡорттарҙың дәүләт теле тарихы ла этносыбыҙҙың шул дәүерҙә пассионар рухлы көс булыуына дәлил була ала. Милләтебеҙҙәге дәрт, киләсәккә ышаныс, Совет хөкүмәте менән килешеүгә килгәнгә ҡәҙәр әле туған телдең милли хәрәкәттә тотҡан урынын асыҡ күрергә ярҙам иткән. Шул көндәргә ҡараған бер документта (1918 йыл, 26 ғинуар) күҙҙә тотолған Бәләкәй Башҡортостан автономияһы сиктәрендә башҡорт теленең рәсми тел вазифаһын үтәйәсәге, йәғни үҙ дәүләтенә идара итеү хоҡуғы алыуы айырым пункт рәүешендә күрһәтелә. Был беҙгә башҡорт теленең буласаҡ дәүләттең теле хоҡуғына, был дәүләт Үҙәк тарафынан танылғанға ҡәҙәр үк әле, эйә булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Шуға күрә 1919 йылдың 23 мартынан һуң йәш республиканың дәүләт ҡоролошонда башҡорт теленең урыҫ теле менән бер дәрәжәлә танылыуын милли хәрәкәттән килгән милли идеяның күсәгилешлеге булараҡ ҡабул итеү хаҡ.
“Идея тик торғандан ғына килеп сыҡмай, халыҡ араһында тыуа, оҙаҡ йылдар дауамында өлгөрә. Бәлки, ул тиҫтә, хатта йөҙ йыл буйы уйланылғандыр, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шул уҡ интервьюһында. – Дәүләтселек булдырыу, үҙаллылыҡ алыу – күп быуын кешеләренең хыялы. Улар үҙ телен, мәҙәниәтен, йолаларын үҫтерергә, иҡтисадын булдырырға теләй. Һөҙөмтәлә ошондай республика – автономиялы дәүләт төҙөп, башҡорт халҡы үҙенең үҫешенең яңы этабына сығыуға өлгәшә”. Ошо күҙлектән башҡорт теленең бер көн килеп дәүләт теле итеп танылыуы уның үҙ дәүләтселеген булдырыуға тиң ҡаҙаныш булды.
Алда әйтелгәнсә, башҡорт теле бындай аҙым яһауға быуаттар һуҙымындағы оҙон юл үтеп килде. Был уның төрки телдәр донъяһында “милли айырымланыуы”ның, үҙ йөҙөн табыуының, йәғни әҙәби телгә күсеүенең һуңғы этабы булды.
– Хөрмәтле Зиннур Әхмәҙи улы, әле беҙҙең һөйләшеүҙең төп тезисы асылда башҡорт әҙәби теленең ошо “милли айырымланыуы” мәсьәләһенә ҡайтып ҡала. Бер мәҡәләгеҙҙә һеҙ, әгәр башҡорт теле сығатай төркиенән, йәғни әҙәби теленән “милли айырымланыу”ҙы үҙаллы һәм туранан-тура кисерһә, уның өсөн был, бәлки, отошлораҡ та булыр ине һәм ул саҡта уға дәүләт теле статусын ғәмәлгә ашырыу күпкә еңелгә тура килер ине, тигән фекер үткәрәһегеҙ. Ошо тезисты асығыраҡ итеп һүрәтләһәгеҙсе…
– Ысынлап та, мин шундай фараз яғындамын. Әле һүҙ башҡорттарҙың уҡыу-яҙыу теленең сығатай төркиенән, йәғни әҙәби теленән “милли айырымланыу” процесын кисергәндә туранан-тура һәм үҙаллы үҙенең этник теленә күсә алыу мөмкинлеге хаҡында бара. Ғәмәлдә, башҡорт теле сығатай төркиенән “милли айырымланыу”ҙы татар теле менән бер үк ваҡытта бер процесс рәүешендә кисерә. Ул был саҡта сығатай төркиенән Ҡазан төркиенә күсеү рәүешендә ҡабул ителә. Билдәле татар әҙәбиәтсеһе һәм тарихсы Ғәбдулла Баттал 1925 йылда Төркиәлә донъя күргән “Ҡазан төркиҙәре” исемле китабында татар һәм башҡорт телдәренең сығатай әҙәби теленән “милли айырымланыу” процесына эске импульс биргән ҡеүәттең көсәйеп китеүен 1905–1907 йылдарға ҡайтарып ҡалдыра. Ул “…кәрәк 1905 йыл революцияһына ҡәҙәр, кәрәк был революциянан һуң… норма һәм ҡағиҙәләргә һалынған яңы бер яҙыу теле булмай”, тип раҫлай һәм шунда уҡ “сығатай яҙыу теле инде иҫкереп һәм онотолоп бара”, тип өҫтәп ҡуя. “Яңы яҙыу теле” тип уның иҫкереп, онотолоп барған яҙыу теленә алмашҡа киләсәк телде күҙ алдында тотҡаны аңлашыла, әлбиттә. Тарихсы икенсе бер урында был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп, “сығатай теле һөйләш теле булмайса, бер яһалма яҙыу теле, йәғни китап теле”, тип әйтеп ҡуя.
– Тимәк, ХХ быуат башында башҡорттарҙың ғына түгел, татарҙарҙың да туған телендәге яҙыуы булмауы “Ҡазан төркиҙәре” китабында ла раҫлана. Беҙгә уның авторының эмиграцияға китергә мәжбүр булыуы билдәле.
– Ғәмәлдә ул, 1921 йылдың 22 сентябренә ҡараған төнөндә Фин ҡултығы аша биш кешелек кәмәлә Финляндияға ҡасып сығып, сик һаҡсыларына бирелә. Унан Төркиәгә юл ала. Ғәбделбари Баттал Таймас үҙенең “Мин бер яҡтылыҡ эҙләгән инем” исемле китабында Рәсәйҙәге октябрь көндәренән һуң үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуир итә. Ә инде әҙәби телгә килгәндә, уның был мәсьәләлә хаҡлы булыуы шикһеҙ. Сөнки БАПП-тың (Башҡортостан пролетар яҙыусылары ассоциацияһының) I өлкә конференцияһында ла (1929 йыл) әҙәби мираҫҡа ҡағылышлы ошондай уҡ фекер үткәрелә. Унда Ғөбәй Дәүләтшин үҙенең докладында һүҙ барған осор хаҡында, “ул саҡта татар әҙәби теле лә, башҡорт әҙәби теле лә юҡ ине. Татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа төрки телдәре ғаиләһенең сығатай шиүәһендә яҙҙы”, тип раҫланы. Ул да 1905–1907 йылдар революцияһынан һуң ғына сығатай шиүәһенән яңы әҙәби телгә күсеүгә аҙым яһалды, тип бара. Был яҙыу теленең ике әҙәбиәт өсөн дә уртаҡ тел булыуы хаҡында Ғабдулла Амантай “Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары” тигән мәҡәләһендә (1934 йыл) тағы ла асығыраҡ әйтеп бирҙе. Ул татар әҙәбиәтсеһе Н. Ашмариндың “Татар әҙәбиәте тураһында” исемле хеҙмәтендәге (1913 йыл) татар әҙәбиәте майҙанында татарҙарҙан башҡа башҡорттарҙың да булыуы һәм уларҙың “үҙенең китабын үҙенең махсус ғибрәләре (һөйләмдәре – Ғ. А.) һәм еренең махсус терминдары менән сыбарлап бөтөүе” хаҡындағы раҫлауына таянып, “былай булғас, бында башҡорттарҙың да өлөшө бар икән” тип әйтәһе килә” тигән һығымта яһай. Шунан сығып: “Әгәр ошо телдәге әҙәбиәт татар әҙәбиәте итеп таныла икән, беҙ башҡорт яҙыусыларының да шул уҡ яһалма телдә яҙылған әҫәрҙәрен башҡорт әҙәбиәте итеп танырға хаҡлы түгелме ни?” тигән һорау ҡуя. Автор уға ыңғай яуап биреп, башҡорт әҙәбиәте тарихы өсөн мөһим асышты нигеҙләй.
Әле бит әҙәбиәттең, әҙәби телдең “милли айырымланыуы” хаҡында һүҙ бара. Башҡорт теленә килһәк, ул борондан уҡ үҙаллы тел булып йәшәп килә. Шуға күрә ул был мәсьәләне үҙ әҙәби теленән, әҙәбиәттән башҡа ла хәл итә ала. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теленең дәүләт теле итеп танылыуы автономиялы республика ойоштороуҙың төп шарттарының береһе булды.
– Шулай булғас…
– Һис шикһеҙ, был дәүләт теле өсөн дә үҙ әҙәби теле булыуы шарт ине. Ғәмәлдә иһә беҙ алып барған һүҙҙең асылы шуға ҡайтып ҡала ла. Бер йәһәттән ул бөгөнгө әҙәби телебеҙҙең “милли айырымланыуы” мәсьәләһе булһа, икенсе йәһәттән уның үҙ дәүләт теле статусын тормошҡа ашырыуға ни дәрәжәлә һәләтле булыуы хаҡында. Башҡорттарҙың әҙәби теле Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ” поэмаһы ижад ителгән көндәрҙән килгән “милли айырымланыу” этабын үтеп, башҡорт әҙәбиәтенең дә “милли айырымланыуы”на эске импульс бирә.
— Башҡорт теленең дәүләт теле итеп танылыуы ошо эске импульсты уятҡандыр ҙа...
— Ғөмүмән, заманы шулай ине. Был бер башҡорт теле өлөшөнә генә төшкән көмөш түгел. Күренекле яҡташыбыҙ, билдәле татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтың Ҡырымдан яҙған хаты (“Башҡортостан”, 1923 йыл, 1 июнь) шуны раҫлай. Ул төрки телдәр ғаиләһенә ҡараған әҙәбиәттәрҙең илдә барған “милли айырымланыу” процесы хаҡында: “Төркөстанда ла бер тел, бер әҙәбиәт ине. Революция унда яңы ҡеүәттәрҙе тергеҙҙе. Төркмән, уйғыр әҙәбиәттәре баш күтәрҙе. Шулай уҡ Кавказда төрки әҙәбиәте намында фәҡәт азербайжандыҡы ғына бар ине. Революция тәьҫире менән ҡарасәй, ҡумыҡ кеүек яңы әҙәби төрки телдәр, әҙәбиәттәр ҡуҙғала башланы”, — тип башҡорттарҙың туған телендәге үҙ әҙәби телен тыуҙырыуға юл алыуын хупланы һәм булышлыҡ итергә саҡырҙы.
Шуның менән бер үк ваҡытта Ғ. Ибраһимов сығатай төркиенән айырымланған яңы әҙәби телдең татар һәм башҡорт әҙиптәре өсөн уртаҡ әҙәби тел булып донъяға килеүен танығандай итә. “Башҡорттарҙың айырылып сығыуы беҙҙең телдең, әҙәбиәттең бик ҙур шишмәһенең береһен икенсе яҡҡа бороп ебәрәсәк. Беҙҙең әҙәбиәткә был һан яғынан ғына түгел, сифат яғынан да ҙур юғалтыу буласаҡ”, тип уртаҡ телдәге ике әҙәбиәттең әҙәби тел аша айырымланыуына үҙ мөнәсәбәтен белдерә.
Әле беҙ һүҙ барған хаттағы “…телдә лә, әҙәбиәттә лә боронғо һәм яңы дәүерҙәрҙә 1917 йылға саҡлы һаман бергә барғанда” тигән фразаға айырым иғтибар итеү кәрәктер, тип уйлайбыҙ. Бында, беҙҙеңсә, боронғо дәүерҙәрҙәге һымаҡ яңы осорҙа ла, йәғни сығатай төркиенән айырымланып, яңы әҙәби телгә күскәндән һуң да, уның уртаҡ әҙәби тел хеҙмәтен үтәүе күҙ алдында тотола булырға тейештер. Ошо уртаҡ әҙәби телдәге әҙәбиәттең “бик ҙур шишмәләренең береһенең” яңы әҙәби телгә күсеп, сығатай төркиенә алмашҡа килгән яңы әҙәби телдән айырымланыуы ике әҙәбиәттең рәсми айырымланыуына сәбәпсе була ла. Бында башҡорт әҙиптәренең татар әҙиптәре менән уртаҡ әҙәби телдә ижад иткәнлегенең танылыуы мөһим. Был урында һүҙҙе оҙайтмаҫ өсөн Ғ. Амантайҙың “Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары хаҡында" концепцияһын иҫкә төшөрөп үтеү ҙә етәлер.
— Аңлашылыуынса, Ғ. Ибраһимов татар һәм башҡорт әҙәбиәттәренең уртаҡ әҙәби телдә хеҙмәттәшлеген ике осорға – боронғо һәм яңы дәүерҙәргә — бүлеп ҡарай. Һуңғыһын ул 1917 йыл менән тамамлағандай була.
— Тап шулай. Беҙ бындай ҡарашты “Ҡазан төркиҙәре” китабында ла осратабыҙ. Уның авторы “Ҡазан төркиҙәренең яңы әҙәбиәте, нигеҙҙә, 1905 йыл революцияһы тыуҙырған мөмкинлектәр нәтижәһендә тейешле дәрәжәлә үҫә һәм киңәйә башлай. Был (әҙәбиәт. – Н. З.) беренсе урыҫ революцияһынан алып 1917 йылғы революцияға ҡәҙәрге бер тиҫтә йыл эсендә Рәсәйҙә күҙгә ташланырлыҡ дәрәжәлә йәнләнде һәм алға китте” тип раҫлай. Китапта был осраҡта татар һәм башҡорт әҙәбиәттәре дөйөм төрки әҙәбиәте төшөнсәһендә күҙаллана. Ләкин 1917 йылдың майында Мәскәүҙә уҙған I Бөтә Рәсәй мосолмандар съезы уға үҙ билдәһен һала. Унда башҡорт делегацияһының ерле автономия мәсьәләһен күтәреүе ике әҙәбиәт араһында яңы мөнәсәбәттәр килеп тыуыуына сәбәпсе була. Ошоға ҡәҙәр сығатай әҙәбиәтенән Ҡазан төркие атамаһы аҫтында 1905 йылдан һуң ныҡлап айырымлана башлаған яңы әҙәбиәт, сығатай әҙәби теле һымаҡ уҡ, уртаҡ әҙәби тел нигеҙендә бер бөтөн булып формалашыу мөмкинлеген юғалта ине.
Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: яңы дәүер әҙәбиәтенең формалашыу осоронда әҙәби телдәге күсәгилешлелектең әһәмиәте аҙ булмай. Был хаҡта Ғ. Баттал: “Башҡорт иленән Хәбибүннажар Үтәки, Зәки Вәлиди кеүек авторҙар әҫәрҙәрен, Шәйехзада Бабич һәм башҡалар шиғырҙарын башҡорт телендә түгел, ә формалашып килгән уртаҡ яҙма телдә яҙған”, — тип күрһәтә. Ошонан һуң быға ҡәҙәр сығатай әҙәби теле татар һәм башҡорт әҙиптәре өсөн уртаҡ әҙәби тел булған һымаҡ, яңы әҙәби тел дә ике әҙәбиәт өсөн дә уртаҡ булып тыуғанлығына шик ҡалмай. Ғ. Баттал, сығатай теленең ҡулланышта урынын асыҡлап, “сығатай теле һөйләш теле булмайынса, бер яһалма яҙыу теле, йәғни китап теле”, тип нығытып ҡуя. Аңлашылыуынса, ошо телдән яңы әҙәби телгә күсеү процесында ул уртаҡ яҙыу теле вазифаһын үҙ өҫтөнә ала ине. Шуға күрә, Ғ. Баттал раҫлағанса, З. Вәлиди һәм Ш. Бабич һымаҡ күренекле әҙиптәрҙең дә үҙ һөйләш телендә (башҡорт телендә) яҙмайынса, ошо уртаҡ яңы әҙәби телдә яҙып, уның формалашыуына үҙ өлөшөн индереүе тәбиғи, әлбиттә. Ғ. Ибраһимов үҙенең хатында ике әҙәбиәттең уртаҡ телдә “яңы дәүерҙәрҙә 1917 йылға саҡлы” бергә барғанлығын иҫкә алып, ошоно күҙ алдында тотҡанлығын күрмәү мөмкин түгел. Уларҙы боронғо дәүерҙәрҙә сығатай төркие бәйләп килһә, әле ошо бәйләнештең яңы әҙәби тел аша дауам иттерелеүе асыҡ. Тажетдин Ялсығол заманындағы ошо бәйләнеш хаҡындағы “Ҡазан төркиҙәре” китабындағы “Ҡазан илендәге Тәтеш ауылы тирәһендә йәшәгән бер имам яҙған “Фәзаил-и шухур” менән асылында башҡорт булған Тажетдин Ялсығол улының “Рисалә-и Ғәзизә” исемле әҫәренең телдәре араһында һис бер айырма юҡ” тигән юлдар татар һәм башҡорт әҙәбиәттәренең теле хаҡындағы мәсьәләгә төпкәрәк ҡарауға юл аса.
— Башта уҡ һүҙ булғанса, һеҙҙең башҡорт әҙәби теленең “милли айырымланыуы" проблемаһына ҡарашығыҙ ошонан башлана түгелме икән?
— Төрки телдәр донъяһында “милли айырымланыу” эволюцияһына, беҙҙеңсә, бер яҡлы ғына яҡын килеү күҙәтелә. Алда әйтелгәненсә, уның башы Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса-и-Йософ” поэмаһына барып тоташа тип фаразларға булалыр. Ул саҡта был әҫәр төркиенең сығатай төркиенә ҡарағанда олораҡ булыуы аңлашыла. Билдәле шәрҡиәтсе Н. Конрад әҙәбиәттә төрки теленең фарсы телен ҡыҫырыҡлай башлауын Алишер Науаиҙың “Хәмсә”һе ижад ителгән осорға (ХV быуат) бәйле ҡарай. Сөнки шағир үҙе, әҫәренең телен Джами, Низами кеүек бөйөк шағирҙарҙың теленә ҡаршы ҡуйып, тотош төрки донъяһын бағындыра алыуын йәшермәй, шуның менән ғорурланыуын белдерә. Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса-и-Йософ” поэмаһы иһә үҙенең яҙылыу осоро менән Сыңғыҙ хандың Бохара, Сәмәрҡәнд, Һират һымаҡ мәшһүр ҡалаларҙы баҫып алып, уларҙы икенсе улы Сығатай идараһына биреүе (ХIII быуат) дәүеренә тура килә. Шулай итеп, төрки телдәр донъяһында Әйле ырыуы башҡорто Ҡол Ғәлиҙең үлемһеҙ әҫәре “Ҡисса-и-Йософ” поэмаһының үҙ урыны бар. Ул ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһо көслө булған дәүерҙә үҙенең тауышын ишеттерә.
Шуға күрә беҙ бөгөн “Ҡисса-и-Йософ” поэмаһының төркие сығатай әҙәбиәтенә ҡәҙәрге төрки әҙәбиәтенең әҙәби теле булған тип раҫлаһаҡ та, һис тә артыҡ булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, сығатай төркие һымаҡ уҡ Ҡол Ғәлиҙең төркие лә ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһон кисермәй ҡалмағандыр. Белеүебеҙсә, Йософ пәйғәмбәр хаҡындағы хикәйәт Көнсығыш әҙәбиәтенә Фирдәүси заманында — Х быуатта килеп инә. Ә Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”, төрки теленә ҡараған иң тәүге әҫәр булараҡ, Н. Конрадтың алда һүҙ булған әҙәби телдәрҙең “милли айырымланыуы” аша “әҙәбиәттәрҙең айырымланыуы” хаҡындағы концепцияға төҙәтмә индергәндәй була.
Әлбиттә, Науаиҙың “Хәмсә”һе менән Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса-и-Йософ”он сағыштырыу, бәлки, урынһыҙҙыр ҙа. Әммә ижад ителеү осоро менән тәүгеһе, “Йософ ҡиссаһы" — ХIII быуатҡа (1212– 1233 йылдар), икенсеһе ХV быуат баштарына ҡарай. Тәүгеһе хаҡындағы мәғлүмәттең “Көнбайыш һәм Көнсығыш” китабы авторына барып етмәүе бар. Нисек тә беҙ Н. Конрадтың төрки донъяһына ҡараған әҙәбиәттең әҙәби телдең “милли айырымланыуы” аша “әҙәби айырымланыу”ға өлгәшеүе хаҡындағы ҡарашына ярашлы шундай уҡ төрки телле “Ҡисса-и-Йософ”тың Науаиҙың “Хәмсә”һенән элгәре бындай аҙым яһағанын танымай булдыра алмайбыҙ. Ул саҡта шуның менән Н. Конрад Көнсығыш әҙәбиәтендәге “милли айырымланыу”ҙы үҙаллы үзбәк әҙәбиәтенең донъяға килеүенә бәйләй икән, пәйғәмбәрҙәр темаһын төрки телендә беренсе булып күтәргән Ҡол Ғәлиҙең хеҙмәте нимәлә һуң? Был да Көнсығыш әҙәбиәтендә төрки телле әҙәбиәттең “милли айырымланыу” факты була түгелме һуң? Әйтәйек, үзбәк әҙәбиәте кеүек башҡорт әҙәбиәтенең дә. Ошолай сағыштырыуҙа, тимәк, башҡорт әҙәбиәтенең Көнсығыш әҙәбиәтендә “милли айырымланыу” процесы ла уның төрки телен өҫтөн күреүенән башланған, тип фараз итергә булалыр. Уға туған телендәге әҙәбиәт ҡеүәһенә өлгәшкәнгә ҡәҙәр быуаттарға һуҙылған оҙон юл үтәһе бар әле. Был юлда сығатай төркиендәге әҙәби тел уның ышаныслы юлдашына әүерелә. Алда һүҙ булғанса, башҡорт әҙәбиәте ХХ быуат башында ғына унан ныҡлап айырымланып, татар әҙәбиәте менән бергә яңы әҙәби телгә – башта Ҡазан төркие тип танылыр әҙәби телгә — күсә.
— Әле һеҙ "Ҡазан төркие", "Ҡазан төркие әҙәби теле" тигән төшөнсәләрҙе ҡулланаһығыҙ…
— Татар һәм башҡорт телдәренең күп быуаттар сығатай төркиен үҙ күреп ҡулланып килеүе, һис шикһеҙ, уларҙа тәрән эҙ ҡалдыра. Үҙ нәүбәтендә төрки теле үҙе лә ҡасандыр уны ҡыҫып тотҡан ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһон кисерә. Беҙ М. Өмөтбаевтың был хаҡта башҡорт теленә ҡағылышлы, “Күп һүҙҙәр Урта Азия халыҡтарынан, атап әйткәндә, сығатайсыларҙан үҙләштерелгән. Шуға ла һөйләшеүҙә күберәген ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре ҡулланыла”, тип яҙғанын беләбеҙ. Икенсе бер урында ул “Башҡорт теле элек тә, хәҙер ҙә төрки ҡатышмаһынан тора” тип һығымта яһап ҡуя. Беҙгә сығатай төркиенән әҙәби телгә күсеүгә иң күп көс һалған күренекле ғалим һәм яҙыусы Ҡәйүм Насириҙың яңы әҙәби телдең “ғәрәп һәм фарсы телдәренең ярҙамы менән булһа ла” матур һәм төҙөк бер хәлгә килә алыуы хаҡында әйткәне билдәле.
Быларҙың барыһы ла сығатай әҙәби теленең ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһон үҙе генә кисереп ҡалмай, уны татар һәм башҡорт телдәренә лә алып инеүе хаҡында һөйләй. Ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәренең ике телдә лә үҙ булып китеүе уларҙың үҙ-ара оҡшашлығын һәм яҡынлығын тағы ла арттыра төшә, әҙәби телдең уртаҡлығын еңеләйтә. Был йәһәттән ике әҙәбиәт тә сығатай төркиенә рәхмәтле булырға тейештер.
— Беҙҙеңсә, ХIХ быуаттың икенсе яртыһы был яҡтан ниндәйҙер һынылыш осоро була…
— Ғөмүмән, башҡорт әҙәби теле үҙенә бындай көн етеүен күптән көтә ине. Татар әҙиптәрендә сығатай төркиенән ситләшеп, яңы әҙәби телгә күсеү ниәте асыҡ төҫ ала барған бер мәлдә, башҡорт әҙиптәрендә лә туған телендә үҙаллы әҙәбиәт тыуҙырыу теләге көсәйә. М. Өмөтбаев шул осорҙағы был яҙыу теле хаҡында (әле ҡулъяҙма әҙәбиәткә бәйле һүҙ бара булырға тейештер) “ул ҡайһы берәүҙәр уйлағанса Ҡазанса түгел” тип күрһәтеп, уның “Ырымбур крайының (йәғни ерле халыҡтың – З. Н.) дөйөм ҡулланыла торған һөйләшендә” булыуын билдәләй. Ул үҙенең “Йәдкәр"енең тәүге вариантын да шул телдә яҙғандыр тип уйланыла. Сөнки ғалим был әҫәрен шул замандың китап теленә әйләндергәндән һуң ғына баҫтырып сығара ала. Ул 1892 йыл Ҡазанда донъя күрә. Ғәбделҡадир Инандың да “Башҡорт йәйләүендә” исемле хикәйәһен “Шура” журналы редакцияһында 1913 йылда ул яҙған телдән ошо баҫма теленә күсерелгәс кенә ҡабул итәләр. Автор уны үҙ һөйләшендә яҙған була. Был йәһәттән Сафуан Яҡшығоловтың 1916 йылда сыҡҡан “Күңел ялҡындары” китабына Ғ. Амантай биргән баһа бик фәһемле. Ул ундағы шиғырҙарҙың “айырым башҡорт һүҙҙәрен эсенә алыуын” күҙҙә тотоп, үҙ фекерен нығыта. Китаптағы бер шиғырҙа ла бер бөртөк ғәрәп һәм фарсы һүҙе юҡ, хатта башҡорт һөйләшенә хас, татар теленә ят булған һүҙҙәрҙең тыңҡыслап бирелгәнен күрәбеҙ, тип яҙа ул. “Был бер Сафуанға ғына түгел, был мәлдәге бөтә башҡорт яҙыусыларына хас”, тип тә өҫтәп ҡуя.
Юғарыла килтерелгән миҫалдар сығатай төркиенән яңы әҙәби телгә күсеүҙә башҡорт әҙәбиәтендә лә үҙаллы аҙым яһауға ынтылыш булыуын күрһәтә. Үкенескә ҡаршы, яңы әҙәби телгә күскәс тә, был яңы телдең сығатай төркие һымаҡ уҡ уртаҡ әҙәби тел хеҙмәтен үтәүҙе дауам итеүе башҡорт теленең дәүләт теле вазифаһын ғәмәлгә ашырыуҙа етди ҡытыршылыҡтар тыуҙырҙы. Шуның өҫтөнә башҡорт зыялыларының ҙур бер өлөшө быға ғилми күҙлектән яҡын килеүгә әҙер булмай сыҡты. Татар әҙәбиәтенең дә башҡорт әҙәбиәте менән бер дәрәжәлә ҡулланылыуынан ике әҙәби тел араһында барлыҡҡа килгән оҡшашлыҡ, йәғни сығатай төркиенән килгән беришлек, улар тарафынан татар теленең өҫтөнлөгө тип ҡабул ителде. Йәнәһе, быларҙың барыһы ла — татар теленең йоғонтоһо, башҡорт шиүәләренең татарлашыуы һөҙөмтәһе. Ошо хәл әҙәби телебеҙ тирәһендә бөгөн дә барған бәхәскә сәбәпсе булды ла.
Эштең асылы шунда: Башҡортостан Мәғариф комиссариаты ҡарамағындағы әҙәбиәт бүлексәһе (хәҙерге Башҡортостан Яҙыусылар союзы) ултырышында Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Юрматы, Түңгәүер, Табын һымаҡ башҡорт ырыуҙарының теле, хатта Дим, Туҡ һәм Соран йылғалары буйы башҡорттарын да индереп, татарлашҡан тип табылып, әҙәби телдән ситләштерелде. Һөҙөмтәлә, алда һүҙ булғанса, Тамъян-Ҡатай шиүәһен башҡорттарҙың әсә телендәге әҙәби теленә нигеҙ итеп алыу хаҡында ҡарар ҡабул ителеп, унда: “Бынан һуңында лазыми (мотлаҡ – З. Н.) рәүештә бүлексәгә (йәғни яҙыусылар союзына – З. Н.) тамъян-ҡатайса яҙырға”, — тип күрһәтелде (“Башҡортостан хәбәрләре”, 1921 йыл, 16 апрель).
Шулай итеп, хәҙерге башҡорт әҙәби теле башҡорттарҙың әҙәби теле сәхнәһенә сыҡҡан тәүге көнөнән үк башҡорт шиүәләре араһында яҡынлыҡ эҙләү, уларҙы “бер нөктәгә йыйыу, бер епкә теҙеү” урынына бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, үгәйһетеү юлынан китте. Һөҙөмтәлә был башҡорт телен үҙенең этник теле тип һанаған башҡорт ырыуҙарының башҡортлоғон шик аҫтына ҡуйыуына сәбәпсе булды, уларҙың милли беришлек һәм милли тупланғанлыҡ юлында яңы шарттарға яраҡлашыуына етди ҡамасауланы.
— Һеҙ “Тауға ҡарап тау булып булмай” исемле мәҡәләгеҙҙә (“Башҡортостан”, 2011 йыл, 2 апрель), шул осорҙағы мәктәп эшенең ҡуйылышына баһа биргәндә, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың бик фәһемле һүҙҙәрен килтерәһегеҙ.
— Эйе, иң элек шуны әйткем килә: минең үҙемә Рөстәм Зәки улының тел мәсьәләһе буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүе оҡшай. Ул, юғары трибунанан булһынмы, Интернет аша бәйләнешкә инһендәрме, һәр саҡ үҙенә тоғро ҡалып, ихлас һүҙ алып бара. Президенттың “Газета. ru” хәбәрсеһенең һорауҙарына яуабында ла шуны күрәбеҙ. Ул хәбәрсене ҡыҙыҡһындырған бер һорауҙы ла ситләтеп үтмәй, айырым алғанда, милли мәсьәләгә бәйле уҙған быуаттың 30-сы йылдары тарихына ҡайтып, уға асыҡлыҡ индерә. Башҡорттар менән татарҙар тығыҙ аралашып йәшәгән төбәктәрҙәге мәктәптә әҙәби телдә уҡытыу мәсьәләһенең аҙаҡҡаса хәл ителмәүе аҙ роль уйнаманы. Нисек кенә булмаһын, Рөстәм Зәки улы был осорҙағы милли мәсьәләгә мөнәсәбәтте “ҙур буталсыҡ индереү” тип атаны.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың башҡорт теленең бөгөнгө торошона юғары баһа биреүе беребеҙгә лә сер түгел. Ул уны, “бүтән телдәр һымаҡ донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш булыуын” билдәләп, “иң көслө үҙаллы телдәрҙең береһе”, белемле, мәҙәниәтле кешеләр, интеллектуалдар теле тип атаны. Башҡорт теленең донъя телдәре араһында биләгән урынына баһа биреп, “Башҡорт теле аша бөтә төрки телдәргә үтеп инеү мөмкинлеге ҙур”,— тине республика Президенты журналистар менән бер осрашыуында. Телдәр тарихынан дәүләт башлығының тел мәсьәләһенә бындай мөнәсәбәтенең милләт өсөн ни ҡәҙәре ҡиммәт булыуын яҡшы беләбеҙ. Сығатай төркиенең маҡтаулы үткәне шуны раҫлай торғандыр.
Башҡорт теленең үҙ әҙәби теле, “милли айырымланыу” юлында оҙон юл үтеп, милләтенең ышаныслы һәм ныҡлы терәгенә әүерелде, Президент Рөстәм Хәмитов раҫлағанса, үҙен донъя мәҙәниәтендәге көслө телдәрҙең береһе итеп танытты. Юғары уҡыу йорттарында башҡорт тел ғилеме кафедралары булыуы, унда илгә билдәле ғалимдар эшләүе, йыл һайын йөҙәрләгән ҡыҙ һәм егеттең юғары белем алып сығыуы, күптәренең ошо өлкәлә фән юлына баҫыуы — һис шикһеҙ, башҡорт теленең заман юғарылығында тороуына бер дәлил. Башҡорт әҙәби теле бөгөнгө ҡаҙаныштары – милли мәктәбе, матбуғаты, нәшриәте, театры, радио һәм телевидениеһы, Интернеты өсөн, һис һүҙһеҙ, үҙенең дәүләт теле статусына бурыслы.
Шуға өҫтәп, әҙәби телдең “милли айырымланыуы”н тотош этнос мәнфәғәтендә күҙаллаусыларҙың иң тәүгеләренең береһе Ш. Хоҙайбирҙин булды тип раҫлау кәрәктер. Ул уның эш итеү даирәһен тарихи Башҡортостан сиктәрендә күҙ алдына килтерҙе, тотош башҡорт милләтенең яҙыу теле тип һананы. Ш. Хоҙайбирҙин әҙәби телгә нигеҙ итеп алынырға тейеш тип иҫәпләгән шиүәләр араһында Ҡыпсаҡ, Юрматы, Үҫәргән һөйләштәре менән бер рәттән “Һамар, Пермь башҡорттары һөйләшкән тел”дең дә булыуы шуны раҫлай. Уларҙың тәүгеләре башҡорт теле дәүләт теле тип танылған милли республикалағы һөйләштәргә ҡараһа, һуңғы икәүһе Һамар һәм Пермь губерналарындағы башҡорт диалектына ҡайтып ҡала.
— Ошолай фекер иткәндә, күреүебеҙсә, әҙәби тел мәсьәләһендә үткән быуаттың 20–30-сы йылдарында өҫтөнлөк алған ҡараш республикабыҙҙың көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең телдәрен генә үгәйһетмәй, боронғо тарихи Башҡортостан сиктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе лә, дөйөм алғанда, тотош башҡорт этносын, был йәһәттән ауыр хәлгә ҡуя...
— Шулай булып сыға, башҡаса нисек уй йөрөтәһең? Сөнки был уның уҙған быуаттың 20–30-сы йылдарында үҙ милләте эсендә “шиүәләр айырымланыуына” дусар ителеүенә бәйле. Ул бер һөйләшкә генә (Ҡыуаҡан шиүәһенә) өҫтөнлөк биреп, уны этник эталонға әүерелдереүгә өлгәшә, шуның менән ваҡыт үтә килә стереотип ҡараштың нығыныуына сәбәпсе була. Шул арҡала бөгөн башҡорт теле дәүләт теле миссияһын үтәүҙә ауырлыҡ кисерә, милләттәштәребеҙ йәшәгән бөтә төбәктәрҙә лә үҙ булып китә алмай. Телебеҙҙең тотош милләткә берҙәй дәрәжәлә хеҙмәт итеүенә өлгәшәһе бар әле.


2013